Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге асыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә инвалид балалар өсөн үҫеш үҙәген асыу идеяһын «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды тәҡдим итте. Ҡала үҙәгендә Цюрупа, 104 адресы буйынса урынлашҡан яңы учреждение 22 сентябрҙә ишектәрен асасаҡ.

«Башинформ» агентлығына фонд президенты Айгөл Гәрәева һөйләүенсә, бында капиталь ремонт эшләнгән, инвалид балалар менән эшләү өсөн махсус техника һатып алынған.

Тәүҙә үҙәктә 3-18 йәштәрҙәге 102 бала шөғөлләнәсәк. Һәр төркөмдә етешәр бала буласаҡ. Кабинеттарҙа музыка, рәсем, бейеү, спорт, актерлыҡ оҫталығы, сит ил телдәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бынан тыш, балаларға психологтар, логопедтар, дефектологтар консультация бирәсәк.

24 сентябрҙә 11 сәғәттә Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Программала – уҡытыусылар менән танышыу, «Алтын балдаҡ» спектаклен ҡарау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть