Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың ҡалалар төҙөлөшө пландарын интернетта ҡарап буласаҡ

Сәйәсәт

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар алдында сығыш яһап, «Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын тәҡдим итте.

Хәлит Мәхмүтов аңлатыуынса, төҙәтмәләр территориаль планлаштырыуға ҡағыла. Власть органдары ҡала төҙөлөшөн территориаль планлаштырыу документтары проекттары һәм бындай проекттарҙы дәлилләү буйынса материалдар менән интернет селтәре аша танышыу мөмкинлеген булдырырға тейеш.

— Ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативтары проекты Башҡортостан Республикаһының рәсми сайтында уларҙы раҫлағанға тиклем кәм тигәндә ике ай алдан урынлаштырылырға тейеш, тип ҡарала закон проектында, — тине ул. – Ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативтары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән раҫлана, республика биләмәһендә урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең урындағы үҙидаралыҡ органдары тәҡдимдәре лә иҫәпкә алына.

Закон проектына ярашлы, айырым һәм юридик кешеләргә үҙ аҡсаһы иҫәбенә территорияны планлаштырыу буйынса документтар әҙерләү хоҡуғы ла бирелә.

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть