9 декабрь, Йома

21 сентябрь 2011 йыл, 16:30

Өфөлә ҡала биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығына тәүге йомғаҡтар яһалды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында биләмәне санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы дауам итә. Бер аҙна эсендә генә, 12-18 сентябрҙә, ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сарала 68 мең кеше ҡатнашҡан. Яҡынса ике мең берәмек махсус техника ҡулланылған.

— Сүп-сарҙан таҙартылған Өфө парктарының дөйөм майҙаны яҡынса өс миллион квадрат метр тәшкил итте. Туғыҙ миллион квадрат метр квартал араһы һәм өй алды биләмәләре, шулай уҡ ике мең квадрат метрҙан ашыу квартал ара бәләкәй юлдар һәм тротуарҙар таҙартылды. 7500 квадрат метрҙан ашыу ҡала юлы, 700 погон метр тирәһе ҡойма, 1500 квадрат метр фасад ремонтланды. Үткән аҙнала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарылғын сүп-сар күләме 16 мең кубометрҙан ашыу тәшкил итте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә 24 сентябрҙә Өфөлә көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк.