5 декабрь, Дүшәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 16:20

Рөстәм Хәмитов Валентина Матвиенконы Федерация Советы спикеры вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Валентина Матвиенконы Федерация Советы спикеры вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.

— Валентина Ивановнаны ҡотлайым! Уны сенатор вазифаһына күрһәтеү инициативаһы менән сығыш яһағандарҙың береһе булараҡ, мин хаталанманым, беҙ хаталанманыҡ. Уны Санкт-Петербург ҡалаһы халҡы ла, Федерация Советы ла яҡлап сыҡты. Валентина Ивановнаның эшмәкәрлеге емешле, тулы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән буласаҡ, тип ышанам, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.