Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда урман янғындарының күбеһен тәүге көндә үк һүндерәләр

Иҡтисад

Башҡортостан биләмәһендә сыҡҡан урман янғындарының 85 процентын быйыл тәүге көндә үк һүндереүгә өлгәшәләр. Эштең тиҙлегенә күпселек йәһәттән республика менән алынған урман янғындарын һүндереү өсөн махсус техника йоғонто яһай.

— Быйыл ғына беҙ 30 берәмек махсус техника алдыҡ, уларҙың яртыһы – янғын һүндереү машиналары. Барлыҡ техника урман хужалыҡтары араһында бүленгән дә инде. Киләһе йылда Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә, шулай уҡ адреслы инвестицион программа ярҙамы менән 65 берәмек техника аласаҡ, — тине төбәктең урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла.

Урман хужалыҡтарының автопарктары яйлап, алдағы биш йыл эсендә яңыртыласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе министр. Йыл һайын республика урман янғындарын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән яҡынса 50 берәмек яңы махсус техника алып торасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть