5 декабрь, Дүшәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 14:34

Башҡортостан пенсионерҙары өсөн йәшәү минимумы 5220 һум буласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2012 йылға пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 2012 йылда 5220 һум буласаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың был закон сығарыу инициативаһын бөгөн, 21 сентябрҙә, республика Парламентының көҙгө сессияһы ултырышы дауамында беренсе уҡыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла яҡлап сыҡты.  

Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, 2011 йылда йәшәү минимумы пенсионер өсөн 4571 һум тәшкил иткән. Былтырҙан алып йәшәү минимумынан кәмерәк пенсия алған хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһына социаль өҫтәмә билдәләнә. 2012 йылға йәшәү минимумы 5220 һум күләмендә билдәләнгән.

— Пенсионер өсөн йәшәү минимумы күләме йыл һайын ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә һәм аҙыҡ-түлеккә, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға ҡулланыусылар хаҡы кимәле хаҡындағы мәғлүмәткә ҡарап билдәләнә, — тип аңлатты вице-премьер.

2011 йылдың сентябренә 94330 пенсионерға 74951 мең һум дөйөм суммаға федераль бюджеттан өҫтәп түләүҙәр билдәләнгән. Өҫтәмәнең уртаса күләме 794,6 һум тәшкил иткән.