Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Йыл аҙағына тиклем республикала 2,1 млн «квадрат» торлаҡ төҙөлөргә тейеш

Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда 2,1 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған. 2015 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләме ике тапҡырға артып, 3,7 миллион «квадратҡа» етергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта дүрт йылдан һуң файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 60 проценты тиерлек эконом класындағы фатирҙар сегментына тура киләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, эконом класындағы бер бүлмәле фатир өсөн тәҡдим ителгән майҙан 28-45 квадрат метрҙы тәшкил итә. Ике бүлмәле фатир майҙаны – 44-60, өс бүлмәленеке – 56-80, дүрт бүлмәле фатирҙыҡы — 70-100, биш һәм алты бүлмәленеке 84-116 һәм 103-126 квадрат метрға тиң.

Бынан тыш, эконом класындағы торлаҡ биналарының бейеклеге иҙәндән түбәгә тиклем 2,7  метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Эконом торлаҡ шулай уҡ эске биҙәү эштәрен, коммуналь ресурстарҙы ҡулланыу һәм көйләү приборҙары менән йыһазландырыуҙы, экологик яҡтан таҙа төҙөлөш технологиялары һәм материалдарын файҙаланыуҙы, йәнә социаль хеҙмәтләндереү объекттарына яҡын урынлашҡан булыуҙы ла күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть