7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2011 йыл, 12:04

Башҡортостанда 268 мең тонна иген орлоғо һаҡлауға һалынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан хужалыҡтарында яҙғы сәсеү өсөн 268 мең тонна иген һаҡлауға һалынған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Был талап ителгән сәсеү материалы күләменән 92 процент. Былтыр ошо датаға ҡарата орлоҡ фонды ни бары 69 процентҡа тулыланғайны.

Былтырғы ҡаты ҡоролоҡто онотмаған күп район аграрийҙары планда ҡаралған менән генә сикләнмәй һәм орлоҡ фондына игенде кәрәгенән күберәк һала. Мәҫәлән, Илеш районында орлоҡ һалыу – 37 процентҡа, Стәрлетамаҡ районында – 20-гә, Ғафури районында 15 процентҡа арттырып үтәлгән.

Республиканың страховка фондына 30 мең тонна иген һалынған, был 68 процентҡа тиң. 24 районда план үтәлгән. Бер үк ваҡытта күсмә фонд та тулылана. Бында 72 мең тонна орлоҡ һалынған, был планлаштырылғандың 83 проценты. 27 район планды тулыһынса үтәгән.

Күп йыллыҡ үләндәр орлоғо фонды ла аҡрынлап тула бара. Күп йыллыҡ үләндәр буйынса задание 104 процентҡа үтәлгән. 37 район уны бөгөн – тулыһынса, күптәре планда ҡаралғандан арттырып үтәгән. Мәҫәлән, Әбйәлил районы эшсәндәре планлаштырылған 45 тонна урынына – 225, әлшәйҙәр 80 тонна урынына 150 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғон һаҡлауға һалған.