10 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 11:20

Майҙандарҙың 36 проценты туңға һөрөлгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары баҫыуҙарҙы киләһе йылдағы сәсеүгә әҙерләй. Ауыл эшсәндәре 435 мең гектарҙы туңға һөргән. Был планлаштырылған майҙандарҙың 36 проценты. Дүртөйлө, Мәләүез, Саҡмағош райондарында эштәр ойошҡан рәүештә алып барыла.

Туңға һөрөү менән бергә ужым культураларын сәсеү ҙә тамамлана. Ямғырҙар арҡаһында страховка культураларын сәсеү бер аҙға һуҙылды. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда 580 мең гектарҙа ужым сәсеү планлаштырылған. Әлеге ваҡытта ужым культуралары 456 мең гектар майҙанда сәселгән, планға ҡарата был 79 процент.

Башҡортостандың туғыҙ районында был эш 90 һәм унан күберәк процентҡа башҡарылған. Баймаҡ, Белорет, Дәүләкән, Нуриман райондары страховка культураларын сәсеүҙе тамамлаған.