Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башгидромет республикалағы һауа торошо буйынса сайт әҙерләй

Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығында үҙҙәренең сайтын булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Ул тулыһынса республикалағы метеопрогноздарға арналасаҡ. Идаралыҡтың һауа торошона күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Людмила Вафина әйтеүенсә, сайт ҡулланыусылар иғтибарына йыл аҙағында тәҡдим ителәсәк.

— Был артыҡ деталдәрһеҙ, дөйөм ҡулланылыштағы күҙәтеү, алдағы өс көнгә метеосводка буласаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән, күп ваҡыт үҙен аҡламаған күҙаллауҙар булмаясаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, оҙайлы сроклы прогноздар ҙур территорияларға ҡарата ғына бирелә. Беҙ иһә тикшерелгән һәм үҙебеҙҙең республикаға ғына хас мәғлүмәтте бирәсәкбеҙ, — ти Людмила Вафина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть