3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 10:02

Башҡортостанда еңел авиация кластеры ойошторола

автор: "Башинформ"

20 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республикала Еңел һәм үтә еңел авиацияны кластерлы үҫтереү үҙәген ойоштороу мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үтте.  

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов еңел һәм үтә еңел авиация кластерын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. — «Сочи-2011» Х халыҡ-ара инвестиция форумында «Роторфлай» вертолеты һәм ике урынлыҡ «Ҡошсоҡ-2» («Птенец-2») самолеты күрһәтелгән республика стендын ҡарарға килгәнендә был идеяны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин да хупланы.

Башҡортостанда еңел һәм үтә еңел авиация кластерын ойоштороу һәм үҫтереүгә федераль субсидиялар сиктәрендә финанс средстволар бүлеү планлаштырыла.

Эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары проектын әҙерләргә һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән яраштырырға ҡарар ителде. Еңел һәм үтә еңел авиация кластеры етәксеһе итеп Башҡортостандың берләшкән үтә еңел авиация федерацияһы рәйесе Сергей Миңлеғолов тәғәйенләнде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн: «Роторфлай» вертолетын «Ротор» 2001 йылда «Күмертау авиация производство предприятиеһы» менән берлектә эшләй башлаған. 2005 йылда вертолеттың тәүге экземпляры эшләп сығарылған һәм уңышлы һынау үткән. R-30-ҙың осош массаһы ни бары 490 килограмм. Вертолет тиҙлеген сәғәтенә 160 километрға тиклем еткерә һәм өҫтәмә заправкаһыҙ 400 километр үтә ала. Машина 4500 метр бейеклеккә күтәрелә һәм сағыштырмаса аҙ яғыулыҡ сарыф итеүе менән айырыла – сәғәтенә 15 литр. Үтә еңел авиация авиапатруллек иткәндә, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрен башҡарғанда алмаштырғыһыҙ ярҙамсы иҫәпләнә.