5 декабрь, Дүшәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 9:05

Өфөлә ҡала урамдарын ремонтлау буйынса ҙур эштәр башҡарылған

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә юлдарҙы ҡышҡыһын эксплуатациялауға әҙерләү маҡсатында коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү предприятиелары 200 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда ҡала урамдарын ремонтлаған. Дөйөм алғанда 32 мең тоннанан ашыу асфаль-бетон ҡатнашмаһы файҙаланылған. Дөйөм алғанда 400 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда баш ҡала урамдарын, шул иҫәптән Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа һәм Рихард Зорге урамдарын капиталь ремонтлау буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған.  

Баш ҡала хужалығының көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙерлегенә арналған матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюктың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар туплана. Миҫал өсөн, 4900 тонна күләмендә техник тоҙ,  54600 тонна йылға ҡомо һәм 2200 тонна күләмендә ҡар иретеүсе реагент һатып алыу планлаштырыла.