5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 17:41

Стәрлетамаҡта «Мин йөҙә беләм!» проекты эшен дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Уҡыу йылы башланыу менән «Мин йөҙә беләм!» проекты үҙенең эшен дауам итте. Уны «ТАУ» компаниялар төркөмө ойоштора.

«ТАУ» компаниялар төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге проект сиктәрендә «Каучук»та Стәрлетамаҡ дөйөм белем биреү учреждениеларының икенсе-дүртенсе класс уҡыусылары ике ай дауамында тәжрибәле тренерҙар етәкселеге аҫтында йөҙөргә өйрәнәсәк.  

«Мин йөҙә беләм!» проектының төп маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү, буласаҡ уңышлы спортсыларҙы эҙләү.

Проекттың тәүге этабы ағымдағы йылдың 14 февраленән 14 апреленә тиклем үткәрелгән. Унда ҡаланың һигеҙ уҡыу йортонан 354 уҡыусы ҡатнашҡан. Уҡыуҙар тамамланғас, проектта ҡатнашыусылар иҫтәлекле приздар һәм дипломдар менән бүләкләнгән.

19 сентябрҙән «Каучук»та уҡыусыларҙың икенсе төркөмө йөҙөргә өйрәнә башланы. Проектта 600-ҙән ашыу бала ҡатнаша.