7 декабрь, Шаршамбы

20 сентябрь 2011 йыл, 16:49

БашДУ һәм Мартин Лютер исемендәге университет үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә

автор: Эльмира Сабирова

Мартин Лютер исемендәге университет (Галле, Германия) делегацияһы эш визиты менән Башҡорт дәүләт университетына килде. Сит ил ҡунаҡтары араһында – профессор Gesine Foljanty-Jost (хәҙерге Япония иҡтисады һәм сәйәсәте буйынса белгес), профессор Manfred Frühauf (геология буйынса белгес), профессор Georgia Kroll (социаль география буйынса белгес).

«Башинформ» агентлығына уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса пландар хаҡында һөйләшеү Германия ҡунаҡтарының төп маҡсаты булып тора. Ике яҡ та уҡыу йорттары араһындағы бындай тығыҙ мөнәсәбәттәрҙең мөһим булыуын һәм уларҙы артабан үҫтереүгә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хеҙмәттәштәр менән һөйләшеү барышында Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры Николай Морозкин Германия университеты профессорҙарының килеүе уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итер, тигән өмөтөн белдерҙе.

Осрашыу дауамында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында күп идеялар тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә — йәйге мәктәптәр, берлектәге конференциялар ойоштороу.

Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университеты тәүге килешеүен 1968 йылда Галле ҡалаһында нәҡ Мартин Лютер исемендәге университет менән төҙөгән.