Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан экспозицияһын Лео Бокерия уникаль тип атаны

Иҡтисад

Башҡортостан экспозицияһы «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» VII бөтә Рәсәй форумында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Илдең баш кардиохирургы, билдәле ғалим, «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Лео Бокерия Башҡортостан тәҡдим иткән экспозицияларҙың уникаль булыуын билдәләне һәм уларҙың ентекләп уйланылған булыуына рәхмәтен белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум сиктәрендә «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сараға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән үҙенең күргәҙмә экспозицияһын ойошторҙо. Бынан тыш, «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» бөтә Рәсәй форумында үҙ экспозицияһын төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть