6 декабрь, Шишәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 14:56

Баш ҡалала «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» форумы асылды

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң Спорт һарайында 20 сентябрҙә «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» XXI халыҡ-ара махсус күргәҙмә-форумы һәм «Төҙөлөштә энергияны һаҡлау» II махсус күргәҙмәһе асылды.

«Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» — Башҡортостанда хаҡлы рәүештә төп төҙөлөш бизнес-форумы булып киткән ҙур махсус проекттарҙың береһе.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора. Шулай уҡ Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы форум үткәреүҙә булышлыҡ итә. Рәсәй Төҙөүселәр союзы генераль партнер булып сығыш яһаһа, күргәҙмәләрҙе үткәреүҙә Аҙ ҡатлы һәм коттедждар төҙөлөшө милли агентлығы ярҙам күрһәтә.

Форумды асыу тантанаһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Юрий Пустовгаров һәм башҡалар ҡатнашты.

Форумда Рәсәйҙең 21 төбәгенән 150-нән ашыу предприятие, шулай уҡ сит ил компаниялары вәкилдәре ҡатнаша. Күргәҙмәлә ҡатнашыусы республика предприятиелары араһында — «Салауатстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Радуга-экспо», «Энергияны һаҡлаусы технологиялар».

Форумда яңы төҙөлөш һәм эшкәртеү материалдары, инструкциялар һәм технологиялар, төҙөлөш ҡорамалдары, махсус техника, махсус кейем һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим ителә.

«Аҙ ҡатлы төҙөлөш» махсус күргәҙмә проекты йорт төҙөү өлкәһендәге яңы технологиялар һәм ҡаҙаныштар менән таныштыра. «Төҙөлөштә энергияны һаҡлау» экспозицияһы яңы энергияны һаҡлау технологияларына йүнәлтелгән.

Форумда түңәрәк өҫтәл, семинарҙар, конкурстар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ «Мисс төҙөлөш» конкурсын да үткәреү планлаштырыла.

«Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» форумы дүрт көн дауамында 23 сентябргә тиклем дауам итәсәк.