Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә хәләл йәрминкәләр үткәреләсәк

Иҡтисад

Йыл һайын үткәрелеүсе ауыл хужалығы йәрминкәләре сиктәрендә 24 һәм 25 сентябрҙә Өфөлә хәләл продукттар йәрминкәһе үтәсәк. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет һәм Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте.

24 сентябрҙә хәләл продукция — С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, 25 сентябрҙә «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда һатыласаҡ.

БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитетта «хәләл» сертификатын алған предприятиелар үҙҙәренең уңыштары һәм ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк.

Комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләрҙә киң ассортиментта шәриғәт ҡанундарына тап килгән аҙыҡ-түлек продукттары, ислам әҙәбиәте һәм атрибутикаһы тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть