5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 13:43

Татарстанда - Башҡортостан мәҙәниәте көндәре

автор: Әлфиә Әһлиуллина

22 — 30 сентябрҙә Татарстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Мәҙәниәт көндәрен асыу тантанаһы кесаҙна, 22 сентябрҙә, М.Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театрында үтәсәк.  

«Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө унда республиканың ижад оҫталарының концерты үтәсәк. Бынан тыш, театр фойеһында Милли музей фондынан «Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте» күргәҙмәһе һәм «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Шулай уҡ башҡорт милли аш-һыуҙарының презентацияһы һәм дегустацияһы, Башҡортостан нәшриәттәрендә сығарылған китаптарҙың, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре изделиеларының күргәҙмә-сауҙаһы үткәреләсәк.

Иртәгәһенә, 23 сентябрҙә, Ҡаҙандың опера һәм балет театры сәхнәһендә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия  халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ.

24 сентябрҙә мәҙәни эстафета театр эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Уны «Ҡыҙ урлау» комедияһы менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры асасаҡ. Спектакль Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ.

27 -30 сентябрҙә К.Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрында Салауат дәүләт башҡорт драма театрының гастролдәре үтәсәк.

Мәҙәниәт көндәрен үткәреү сиктәрендә был арала Татарстан ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә лә Башҡортостандың ижади коллективтарының концерттары һәм тамашалары планлаштырылған.