7 декабрь, Шаршамбы

20 сентябрь 2011 йыл, 13:24

БДУ ҡарамағындағы Бәләкәй дәүләт идараһы академияһын тамамлаусылар дипломдар алды

автор: Эльмира Сабирова

Волга буйы федераль округында Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Бәләкәй дәүләт идараһы академияһының тәүге сығарылыш студенттары дипломдар алды. 25 йәш белгескә Академияны тамамлау тураһындағы сертификаттарҙы Бәләкәй дәүләт идараһы академияһы директоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Йәүҙәт Солтанаев һәм ҡабул итеү комиссияһы рәйесе, сәйәси фәндәр докторы Юрий Никифоров тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй дәүләт идараһы академияһы» Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота башланғысы менән асылды. Дәүләт идараһын һөнәр итеп һайлаған студенттарҙы әҙерләүгә йүнәлтелгән бындай уҡыу йорттары тәүҙә 2006 йылда Түбәнге Новгородта һәм Пермдә булдырылған, әлеге ваҡытта улар Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 төбәгендә лә эшләй.

темалар: мәғариф