Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов һәм Рәшит Нурғәлиев БР буйынса Эске эштәр министрлығының парадында ҡатнашты

Йәмғиәт

20 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ойошторолоуына 92 йыл тулыуға арналған парадта ҡатнашты. Тантаналы сара «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте.

Парадта Рәшит Нурғәлиев һәм Рөстәм Хәмитов хеҙмәти бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының һәм ведомствоның наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ енәйәттәрҙе асыуға булышлыҡ иткән граждандар ҙа бүләкләнде.

— Республикалағы Эске эштәр министрлығының хоҡуҡ һаҡлау буйынса етди эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙә оператив хәлдәр ҡаты контролдә тотола. Башҡортостанда бөгөн енәйәтселек кимәле — Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Был, һис шикһеҙ, һеҙҙең ҡаҙаныш. Һәм һеҙ алдығыҙға ҡуйылған яуаплы бурыстарҙы хәл итеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Енәйәттәрҙе асыҡлайһығыҙ һәм иҫкәртәһегеҙ, ҙур профилактик эштәр башҡараһығыҙ,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Парадта Өфө полиция гарнизонының шәхси составы ҡатнашты, эске эштәр органдары ҡоралдары иҫәпләнгән махсус, броне- һәм авиатехника күрһәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть