Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

2011 йылда Башҡортостанда 11300 фатир төҙөлгән

Иҡтисад

Йыл башынан Башҡортостанда 1046,7 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 11300 фатир сафҡа индерелгән, тип иҫәпләп сығарған республика статистиктары. Былтырғы кимәлгә ҡарағанда был 2,1 процентҡа күберәк. Республиканың мең кешеһенә иҫәптә 257 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.  

Статистиктар иҫәпләүенсә, республикала шәхси торлаҡ төҙөлөшө өҫтөнлөк итә. Ағымдағы йылдың 8 айы эсендә шәхси төҙөүселәр 836,9 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 7806 шәхси торлаҡ йорт һалған. 2010 йыл менән сағыштырғанда, шәхси йорттар 6,5 процентҡа күберәк төҙөлә башлаған. Торлаҡты сафҡа индереүҙә шәхси торлаҡ йорттар өлөшө 79,9 процент тәшкил итә.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡалаға ҡарағанда ауыл ерендә торлаҡ йорттар әҙерәк төҙөлгән – 469,6 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны, ҡалала – 577,1 мең квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть