5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 11:33

Башҡортостандың суд приставтары Столыпин һәйкәленә аҡса йыя

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең күренекле дәүләт эшмәкәре Петр Столыпинға һәйкәл ҡуйыуға аҡса йыйыуҙа ҡатнашырға ҡарар итте.

Рәсәй империяһы хөкүмәтенең һуңғы оло реформаторы Петр Аркадьевич Столыпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуы 2012 йылда билдәләнәсәк. Һәйкәл Рәсәй Хөкүмәте йорто тирәһендәрәк урын аласаҡ, тип күҙаллана. Мәскәү урамдарының береһенә һәм университетҡа реформатор исемен биреү планлаштырыла, тип хәбәр итә Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.