Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Эрнст Исаев: «Һауа торошона өмөтләнә алмайбыҙ»

Иҡтисад

— Һауа торошона өмөтләнә алмайбыҙ, — тине БР Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев.

Республиканың аграр ведомствоһында кисә иген культураларын урып йыйыуҙы тамамлау буйынса саралар һәм ошоға бәйле республика машина-технологик станциялары эшмәкәрлеге тикшерелде. Белгестәр техниканың шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға әҙерлеген һәм залог игене менән башҡарылған операцияларҙы баһаланы. Кәңәшмә эшендә ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, республика МТС-тары етәкселәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

— Мөмкин булған юғалтыуҙарҙы алдан билдәләү, быйылғы йылды матур тамамлау өсөн тағы ла ҡулдан идара итеүгә күсәбеҙ, — тине Эрнст Исаев.

Ураҡты тамамлау өсөн иген урыу техникаһын һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләрен хәл итергә, МТС-ҡа бәйле һәм үҫемлекселектәге хәлдәрҙе анализларға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәнә малды аҙбарҙа аҫрауға күсереү, мал аҙығы әҙерләү барышы һәм ужым сәсеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә ҡараны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть