3 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 10:26

Тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 700 тоннанан ашыу картуф һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле асылды. Уҙған ял көндәрендә улар республиканың 18 ҡалаһында үтте. Ямғыр ҙа ауыл хужалығы тауарҙары менән һатыу итеүгә ҡамасауламаны. Йәмғеһе 2320 сауҙа урыны ойошторолдо. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике көндә 984 тоннанан ашыу картуф, 608,5 тонна йәшелсә, 76,7 тонна бал, 147 тонна ит һатылған.

Дөйөм продукцияның 90 проценттан ашыуы Өфө йәрминкәләренә тура килде. 41 муниципаль райондан килгән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре баш ҡаланың 16 майҙанында өфөлөләргә йәшелсәләр, һөт, һөт продукцияһы, бал тәҡдим итте.

Бынан тыш, ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән он, ярма һәм кондитер изделиеларының киң ассортиментын тәҡдим итте. Баҡсасылар һәм дача тормошон яратыусылар өсөн һатыуҙа үҫентеләр, орлоҡтар, сәскә бүлбеләре лә булды. Өфө халҡы 717,3 тонна картуф, 452,9 тонна йәшесә, 42,2 тонна бал, 102 тонна ит алды. Йәшелсә хаҡтары һорауға ҡарап ҡуйылды. Әгәр шәмбе көндө бер килограмм картуф  12 һум торһа, йәкшәмбе уны 8-10 һумдан һаттылар.