Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

Иҡтисад

Республиканың һәр кешеһенә иҫәптә түләүле хеҙмәттәр күләме һигеҙ айҙа 27,1 мең һумды тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында килә. Башҡортостанстатта хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республика халҡына 110,2 млрд һум суммаға түләүле хеҙмәт күрһәтелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 1,4 процентҡа күберәк.  

Ғәҙәттәгесә, халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәрҙең ҙур өлөшөн коммуналь, транспорт хеҙмәттәре, элемтә, көнкүреш һәм торлаҡ хеҙмәттәре алып тора. Бөтә хеҙмәттәрҙең 77 проценты тап ошо өлкәләргә тура килә. Республика халҡы спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнә, бассейн һәм тренажерҙар залына ла күпләп йөрөй башлаған.  Был өлкәләге түләүле хеҙмәттәр 17,2 процентҡа артҡан.

Статистиканан күренеүенсә, Башҡортостан халҡы үҙенең һаулығына күберәк иғтибар бүлә. Һөҙөмтәлә санатор-һауыҡтырыу хеҙмәттәре 11,1 процентҡа артҡан.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: түләүле хеҙмәттәр өлкәһенә эшҡыуарлыҡтың йоғонтоһо арта. Мәҫәлән, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 50,9 проценты быйыл эшҡыуарҙарға тура килә. Әйткәндәй, хеҙмәттәрҙең 33,8 проценты шәхси эшҡыуарҙар менән күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть