10 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2011 йыл, 9:22

Өфө Владимир Борман иҫтәлегенә арналған XXVI Асыҡ бөтә Рәсәй турнирын ҡабул итә

автор: Дмитрий Слезин

23-24 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгендә СССР һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса XXVI асыҡ бөтә Рәсәй турниры үтәсәк.

Турнирҙы ойоштороусылар булып БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы һәм БР Милли спорт көрәше федерацияһы сығыш яһай.

Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттан түбән булмаған спорт разрядына эйә 1993 йылғы һәм унан олораҡ спортсылар ҡатнашасаҡ. Ауырлыҡ категориялары: 55 кг, 60 кг, 66 кг, 74 кг, 84 кг, 96 кг, 120 кг.

Еңеү яулаған спортсыларға «Рәсәйҙең спорт мастеры» исеме бирелә (Берҙәм бөтә Рәсәй спорт классификацияһы талаптарын үтәгәндә).

Ярыштар 23 сентябрҙә сәғәт 10-да башлана, турнирҙы асыу тантанаһы 17 сәғәткә билдәләнгән, унан һуң 55 кг, 60 кг, 66 кг һәм 74 кг ауырлыҡ категорияларында финал көрәштәре үтәсәк.

Ә 84 кг, 96 кг һәм 120 кг ауырлыҡ категорияларындағы финал көрәше 24 сентябрҙә сәғәт 10-да башланасаҡ.