5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 17:45

Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры гастролдәре менән Өфөгә киләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөгә Рәсәй дәүләт академия Ҙур театры килеүе көтөлә. Уның менән бергә Рәсәйҙең театр сәхнәһе оҫталары Алиса Фрейндлих, Олег Басилашвили, Светлана Крючкова ла килә. Гастролдәр шишәмбе, 20 сентябрҙә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында башланасаҡ.

Санкт-Петербург коллективы Өфө тамашасыһын төрлө жанрҙағы биш спектакль менән ҡыуандырасаҡ. Һуңғы тапҡыр Ҙур драма театры Өфөлә гастролдәре менән 40 йыл элек булған.

темалар: театр