10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 17:19

Өфөлә «УралЛегПром» күргәҙмәһе асыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Дүрт көн дауамында, 20-23 сентябрҙә, Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «УралЛегПром» XIII төбәк-ара махсус күргәҙмә-йәрминкәһе эшләйәсәк. Унда Башҡортостандан, Рәсәй һәм Белорусияның башҡа төбәктәренән 130-лап еңел сәнәғәт предприятиелары ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең көҙ һәм ҡыш миҙгелдәренә иҫәпләнгән яңы кейем коллекцияларын тәҡдим итәсәк.

Бынан тыш, йәрминкә-күргәҙмә сиктәрендә III һөнәрселек фестивале үтәсәк. Уны ғәҙәти рәүештә Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы ойоштора.

Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге, «Башлегпром» ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы «УралЛегПром» көҙгө күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштороусылар булып сығыш яһай.

Күргәҙмә-йәрминкәне асыу тантанаһы 12 сәғәттә башлана.