9 декабрь, Йома

19 сентябрь 2011 йыл, 17:16

Иртәгә паспортҡа бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

20 сентябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә паспорт алыу һәм йәшәү урыны буйынса теркәлеү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының паспорт һәм теркәү хеҙмәте бүлеге начальнигы Роза Макаева ҡабул итәсәк.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс