8 декабрь, Кесе йома

19 сентябрь 2011 йыл, 16:41

Рәсәйҙә ойошмаларҙың иң яҡшы йыллыҡ отчеты һайланасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәй компаниялары йыллыҡ отчеттар буйынса федераль конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Теләүселәр конкурс сайтында анкета тултырып, ойошманың 2010 йыл өсөн йыллыҡ отчетын ебәрергә тейеш. Заявкалар 14 октябргә тиклем ҡабул ителә, йомғаҡтар 30 ноябргә тиклем яһаласаҡ.

Еңеүселәр компания ҙурлығына, эшмәкәрлек өлкәһенә һәм башҡа күрһәткестәргә ҡарап бер нисә номинацияла билдәләнәсәк. Жюри составында – дәүләт власы органдары вәкилдәре, финанс аналитиктар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында ҡатнашыусылар, профилле йәмәғәт берекмәләре ағзалары.

Мәскәү банк-ара валюта биржаһы һәм Рәсәй сауҙа системаһы конкурсы быйыл 14-се тапҡыр уҙғарыла. Клиенттар һәм инвесторҙар өсөн мәғлүмәт биреүҙә ул һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә.