4 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 16:00

Республиканың Урал аръяғында «Буранбай» туристик компанияһы булдырылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Урал аръяғында йәнә бер туристик компания булдырылды, ул туристарға һәм республика ҡунаҡтарына Сибай ҡалаһы һәм төбкәтең иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия тәҡдим итә. Ике аҙна элек булдырылған «Буранбай» туристик компанияһы сараларға бай программалар, театрлаштырылған тамашалар әҙерләгән.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Буранбай» хеҙмәткәрҙәре туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы милли башҡорт байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, риүәйәттәре менән таныштырасаҡ. Башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын, башҡорт бейеүҙәрен үҙ эсенә алған концерт та әҙерләгән улар. Ретро-дискотекалар, шулай уҡ башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса театрлаштырылған байрамдар үткәреү ҙә планлаштырыла.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Буранбай» туристик компанияһы пландары 2011 йылға тиклем Урал аръяғында бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү ярҙамсы программаһына уңышлы тура килә. Төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү һәм уның социаль интеграцияһы өсөн уңайлы шарттар булдырыу уның төп маҡсаттары булып тора.

Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 октябрҙә Сибайҙа Урал аръяғының туристик проекттары форумы үтәсәк. Уны ҡала округы менән берлектә Сибай Эшҡыуарҙар союзы үткәрә. Форум темаһы – «Башҡортостандың Урал аръяғы – ҙур мөмкинлектәр биләмәһе». «Буранбай» туристик компанияһын ойоштороусы Гүзәлиә Буранбаева әйтеүенсә, буласаҡ форумда улар мотлаҡ ҡатнашасаҡ.