9 декабрь, Йома

19 сентябрь 2011 йыл, 15:47

Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестпроекттарға ярҙам буйынса комиссия эшләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

19 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһының беренсе ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков алып барҙы.

— Хөкүмәт комиссияһы өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау тәртибен ҡулайлаштырыу һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған, — тип билдәләне вице-премьер. — Төп маҡсат республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүҙән һәм инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы ахырына еткереүҙән ғибәрәт.  

Бының өсөн Хөкүмәт комиссияһына бер нисә экспертлыҡ сараһын үткәрергә: өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрын билдәләргә, ерҙе рәсмиләштереү, буласаҡ проекттарға инженерлыҡ-транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса  эштәрҙе башларға тура киләсәк.

— Тәҡдим ителгән инвестиция проекты буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, Хөкүмәт комиссияһы ултырышы протоколына ҡул ҡуйылғандан алып ике ай дауамында инвестор һәм республика Хөкүмәте араһында килешеү төҙөү буйынса тейешле бөтә эштәр башҡарыласаҡ, — тине Марат Мөлөков.

Уның әйтеүенсә, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырыштары кәмендә кварталына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.