4 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 14:54

Республикала йәш журналистар клубы буласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. 17 сентябрҙә тамамланған һигеҙенсе слет баш ҡалала республика киң мәғлүмәт сараларының 50 ашыу вәкилен йыйҙы.

Тәүгеләрҙән булып фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов сәләмләне. Уның йәш журналистарҙың онлайн-форумын булдырыу идеяһын сарала ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡлы тип тапты.

— Республикала йәш журналистар клубы булдырыласаҡ, уның төп майҙансығы интернет селтәрендә, йәғни форумда урын аласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бикмәтова. – Уның концепцияһын әҙерләү өсөн ике аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Төрлө һөнәри конкурстар сиктәрендә хәбәрселәргә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тәҡдим ителде. Еңеүселәр дипломдар һәм приздар менән бүләкләнде, ә иң һәләтлеләрен төбәктең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм алдынғы киң мәғлүмәт саралары үҙ «күҙәтеүе аҫтына алды».

— Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәкле! Хеҙмәттәштәр менән аралашып, күп ыңғай тәьҫораттар алаһың, артабан да ижади уңыштарға ирешеү теләге тыуа, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Гүзәл Бикмәтова. – Бынан тыш, йәш журналистарға тәжрибәле ҡәләм оҫталары менән осрашыу бик файҙалы.

Йәш хәбәрселәр үҙҙәрен башҡа төрлө ижади өлкәләрҙә лә күрһәтә алды. Конкурста ҡатнашыусылар бейене, шиғырҙар һөйләне, йырланы ла. Баймаҡ районының «Һакмар» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаеваның япон телендә башҡарған йыры бөтәһен дә таң ҡалдырҙы.

Йәш журналистарҙың киләһе фестивале теүәл бер йылдан уҙғарыласаҡ. Ойоштороусылар уның яңы форматта, әммә шулай уҡ дуҫтарса мөхиттә үтеүен күҙаллай.