8 декабрь, Кесе йома

19 сентябрь 2011 йыл, 14:45

Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуҙы яҡлап сығыш яһаны

автор: Алик Шакиров

Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — шағирҙар, яҙыусылар, ғалим-филологтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар Өфөлә бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуҙы яҡлап сығыш яһаны. Улар республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте.

— Ағымдағы йыл ТӨРКСОЙ ҡарары менән төрки дәүләттәрендә һәм Татарстан Президенты указы менән Татарстанда Туҡай йылы тип иғлан ителде, — тиелә мөрәжәғәттә. – Һәм был осраҡлы түгел. Сөнки Туҡай бер татар халҡының ғына бөйөк шағиры булып ҡалмайынса, тиҫтәләгән миләттәргә, айырыуса төрки халыҡтарына, яҡтылыҡҡа-мәғрифәткә юл күрһәткән, бихисап әҙәбиәттәрҙең классиктарына остаз һаналған бөйөк зат.

Быйыл Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуы Татарстанда һәм Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә киң билдәләнде. Юбилей сараларын үткәреү сиктәрендә бөйөк шағирға Ҡаҙанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Уральскиҙа, Анкарала һәйкәл асылды.

— Үткән аҙнала «Кызыл таң» редакцияһына үткән түңәрәк өҫтәлдә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл булырға тейешлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылыуын да бик урынлы тип иҫәпләйбеҙ, — тиелә асыҡ хатта. – Беренсенән, республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡалала һәйкәлдәрҙең аҙ булыуы, ҡаланың скульптураларға ярлылығы хаҡында бер нисә тапҡыр әйтеп үткәйне. Айырыуса ҡәләм оҫталары ташта, металда етәрлек кимәлдә һынландырылмаған, тип иҫәпләйбеҙ. Икенсенән, Ғабдулла Туҡайҙың башҡорт әҙәбиәте үҫешенә көслө йоғонто яһауы, һәм шуға ла төрлө быуын шағирҙарының һәм яҙыусыларының уны үҙенең остазы итеп һанауы бер кемгә лә сер түгел. Туҡайҙың башҡорт шиғриәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы, башҡорт йырҙары һәм моңдарынан илһам алыуы, ҡайһы берәүҙәрен хатта көйләп йөрөүе лә билдәле. Өсөнсөнән, киләһе йылдың яҙында Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тула.  Ике бөйөк шағирҙың, Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриның дуҫлығы ике ҡәрҙәш халыҡты берләштереүсе, яҡынайтыусы билдәле тарихи сәхифә булып ҡала. Улар бер быуат элек һалған дуҫлыҡ күперҙәре төрлө һынауҙарҙы үтеп, нығый бара. Әҙәбиәттәр дуҫлығы – халыҡтар дуҫлығын нығытыуға һәр быуын үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу йүнәлешендәге «Кызыл таң» гәзите менән башланған акцияны мөрәжәғәт авторҙары бик ваҡытлы һәм мөһим тип иҫәпләй. Был изге ғәмәлде йәмәғәтселек тә, тейешле ведомстволар ҙа әүҙем яҡлар, тип ышана.

Республика Президентына асыҡ хат «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө номерында баҫылған. Уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаев, республиканың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Суфиян Поварисов һәм Әхәт Ниғмәтуллин, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары, шағирҙар Хәсән Назар һәм Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре кандидаты Муса Мөлөков, билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов, яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов ҡул ҡуйған.