10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 13:29

26-27 октябрҙә Өфөлә бөтә Рәсәй финанс конференцияһы үтәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

26-27 октябрҙә Өфөлә финанс белемде үҫтереү буйынса конференция үтәсәк. Рәсәй кимәлендәге был сараны РФ Үҙәк банкыһы Башҡортостандың Милли банкыһы нигеҙендә үткәрә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәтенән.

Рәсәй банкы һәм уның территориаль бүлексәләре, РФ Финанстар министрлығы, Федераль һалым хеҙмәте, Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт, РФ Пенсия фонды, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, «Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ» дәүләт корпорацияһы, финанс баҙарында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙың йәмәғәт берекмәләре етәкселеге һәм вәкилдәре форум эшендә ҡатнашасаҡ.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәй төбәктәрендә халыҡтың финанс белемен арттырыу буйынса милли программа барышын, уны ғәмәлгә ашырыуҙа һәр ведомствоның ролен һәм төрлө кредит ойошмаларының быға оҡшаш корпорация программаларын, шулай уҡ финанс хеҙмәттәр менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһын камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерәсәк.