3 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 12:45

Тамара Танһыҡҡужина – бишенсе тапҡыр донъя чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Өфө спортсыһы Тамара Танһыҡҡужина Украинаның Ровно ҡалаһында үткән ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионатында еңеүсе булды.

Конкуренттарҙың береһенән еңелеп, уйынды уңышһыҙ башлауына ҡарамаҫтан, финишта Башҡортостан спортсыһы ярышта ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы ҡыуып етеү генә түгел, ә еңеүҙәр һаны буйынса уларҙы уҙҙырҙы ла.

Был Тамара Танһыҡҡужинаның донъя чемпионаттарында бишенсе еңеүе, ул 2001, 2003, 2004, 2007 йылдарҙа ла беренселекте яулағайны.

Шашка һөйөүселәр яҡшы белгән донъя чемпиондары Зоя Голубева (Латвия) һәм Дарья Ткаченко (Украина) ни бары 5-се һәм 6-сы урындар яуланы.

Әлеге донъя чемпионаты, шулай уҡ июлдә Өфөлә үткән донъя Кубогы һөҙөмтәләре буйынса декабрҙә Пекинда үтәсәк Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында ҡатнашыу өсөн донъяның иң көслө һигеҙ спортсыһы билдәләнде. Был исемлекте яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина етәкләй.