5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 12:38

Ураҙа байрамына һәм Ҡорбан ғәйетенә 2012 йылдағы ял көндәренең датаһы билдәләнде

автор: "Башинформ"

Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете  байрамдары уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 2012 йылда эш көнө тип иҫәпләнмәгән байрам көндәренең даталары билдәләнде.

«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, 2012 йылдың 19 авгусы – Ураҙа байрамы һәм 25 октябре – Ҡорбан ғәйете байрам көндәре тип иғлан ителә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.