11 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 12:20

Санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар бара

автор: Галина Бахшиева

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы республика биләмәһендәге санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау буйынса рейд саралары планын әҙерләне. Яңы Черкассы – Черкассы – Вотикеев – Яңы Ҡарашиҙе – Өфөнөң Орджоникидзе районы маршрутында ятҡан тораҡ пункттар эргәһендәге биләмәләр тикшерелде лә инде, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Үткәрелгән рейдтар һөҙөмтәһендә баш ҡаланың Орджоникидзе районында һәм республиканың Өфө районында бер нисә санкцияланмаған сүплек табылған һәм ҡайһы берәүҙәре бөтөрөлгән.

Санкцияланмаған сүплектәр тураһындағы материалдар уларҙы ликвидациялау буйынса тейешле саралар күреү өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрелгән. Бынан тыш, рейд һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәт республиканың Өфө районы һәм Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураларына йүнәлтелгән.

Әлеге ваҡытта Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы Дим – Сергеевка – Авдон – Упты – Йоматау — Алкин маршрутында урынлашҡан тораҡ пункттар биләмәһендәге санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау өсөн рейд тикшереүе үткәрә.