8 декабрь, Кесе йома

19 сентябрь 2011 йыл, 12:08

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалалары» республика программаһын булдырырға тәҡдим итте

автор: Марина Шумилова

Бөрөлә «Берҙәм Рәсәй» көнө һәм Ҡала көнө сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Киләсәк ҡалаһы» төбәк иҡтисади башланғыстар форумын үткәрҙе. Унда 2020 йылға тиклемге осорға Бөрө районын үҫтереү концепцияһы һәм уны тормошҡа ашырыу механизмдары, шулай уҡ биотехнологиялар, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә инновацион проекттар тәҡдим ителде.

Форум барышында Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалалары» республика программаһын булдырырға тәҡдим итте. Ул Бөрөнө генә түгел, республиканың Яңауыл, Бәләбәй, Ишембай, Дүртөйлө кеүек башҡа ҡалаларын да үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Эре производстволар булмағанлыҡтан, уларҙы моноҡалалар иҫәбенә индереп булмай. Әммә был ҡалалар экологик яҡтан бысраҡ булған ҙур мегаполистарҙан күсеп килеү йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу уята ала.

«Һәр ҡала үҙенең ниндәйҙер үҙенсәлеген табып, иҡтисади йәһәттән әүҙемләшә ала, бының өсөн сауҙа итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу зарур», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.