6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 11:39

Алдағы шәмбелә Өфөлә көҙгө дөйөм ҡала өмәһе көтөлә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында алдағы шәмбелә, 24 сентябрҙә, ҡаланы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк. Йола буйынса унда Өфө ойошмалары һәм учреждениелары, уҡыу йорттары һәм ҡала халҡы ҡатнашасаҡ.

Өмә оло байрам — Республика көнөн байрам итеүгә әҙерлек уңайынан күптән түгел башланған ҡала биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткәрелә.

Айлыҡ дауамында юлдар, тротуарҙар, ҡоймалар, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау, юлдар, урамдар, квартал араһы территорияларын таҙалау, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен, йылға-күлдәрҙең яр буйҙарын, йырындарҙы сүп-сарҙан таҙартыу, ҡала биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре ойоштороласаҡ, санитар йомалар үткәреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, санитар таҙартыу айлығы осоронда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында барлыҡ муниципаль һәм торлаҡ предприятиеларынан сүп-сар бушлай ҡабул ителәсәк.

«Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айлыҡ сиктәрендә 16 сентябрҙә үткән тәүге санитар йомала 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Мең кубометрҙан ашыу юлдар ремонтланған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына 900 кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелгән. 100-ҙән ашыу рейс яһалған. 500-ҙән шыу махсус техника ҡулланылған.