3 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 11:24

Рөстәм Хәмитов «Бөрө алмаһы» фестивалендә ҡатнашты

автор: Марина Шумилова | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрөлә «Берҙәм Рәсәй» көнөндә һәм Ҡала көнөндә ҡатнашты. Республика башлығы «Бөрө алмаһы» бишенсе төбәк-ара фестивален асты.

— Боронғо Бөрөлә булыуыма бик шатмын. Бында көн дә матур, байрам да күркәм, кәйефтәр ҙә шәп, — тип билдәләне Президент, Октябрь майҙанында йыйылған Бөрө халҡына һәм фестивалгә килгән ҡунаҡтарға мөржәғәт итеп. – Бөрө беҙҙең өсөн бик мөһим ҡала. Ике йылдан ул үҙенең 350 йыллығын билдәләйәсәк. Бында мотлаҡ матур объекттар төҙөләсәк, яңы эш урындары булдырыласаҡ. Беҙгә динамика кәрәк. Һәм был йәһәттән беҙ яйлап эш башланыҡ та инде. Бөгөн иҡтисади башланғыстар форумында ҡала үҫешенә бәйле бер нисә проект та тикшерәсәкбеҙ. Бөрө халҡы яҡшы йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ҡаланың киләсәге – матур.

Фестиваль сиктәрендә Бөрөлә байрам йәрминкәһе үткәрелде, «Оҫталар урамы» ойошторолдо. Сәнәғәт предприятиеларының һәм ҡала, район эшҡыуарҙарының продукцияһы, стендтары, уҡыу йорттары экспозициялары тәҡдим ителде.

Ҡала мәҙәниәт һарайынан алып Бөрөнөң Октябрь майҙанына тиклем күңелле йәрминкә булып үткән карнавалса тантаналы йөрөш фестиваль кульминацияһы булды. Программа сиктәрендә «Ранеточка» балалар фестивале, ҙур матур концерт үтте. Байрам барышында Октябрь майҙанында уйын һәм спорт майҙансыҡтары эшләне.

Фестиваль алдынан партияның төбәк башҡарма комитеты еткәсеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов составындағы «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе делегацияһы Бөрө социаль-педагогия академияһы студенттары, шулай уҡ Бөрөләге берҙәм рәсәйлеләрҙең партия активы менән осрашты.

Байрам фейерверк һәм йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.