5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 10:08

Башҡортостан тәржемәселәре Төркиәлә симпозиумда ҡатнашты

автор: Ольга Мортазина

Төркиәнең Ялова ҡалаһында төрки телле тәржемәселәрҙең симпозиумы үтте.  Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, республика делегацияһы составында шағир һәм тәржемәселәр Ғәйнислам Ибраһимов, Гөлназ Йәғәфәрова, Фәйрүзә Ғарипова, Лилиә Кәипова бар. ТӨРКСОЙ 2011 йылды Ғабдулла Туҡай һәм Ҡасим Аманжолов йылы тип иғлан иткәнгә күрә,  был сара ҡаҙаҡ шағиры Ҡасим Аманжоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.

— Рәсми сығыштарҙан һуң төрлө илдәрҙең вәкилдәре үҙенең туған телендә ҡаҙаҡ шағирының һәм уға арнап яҙылған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе, — тип хәбәр итте Әхәт Сәлихов. — Ултырыштарҙа симпозиумда ҡатнашыусылар төрки телдәрҙән төрки телдәргә тәржемә итеүҙәге ҡыйынлыҡтар тураһында докладтар тыңланы, артабан оҫталыҡ класы үтте.

Ойоштороусылар ҡунаҡтарға төрөк һәм ҡаҙаҡ коллективтарының концерттарынан, документаль фильм ҡарауҙан, Анталияның Бурса ҡалаһына экскурсиянан торған мәҙәни программа ла тәҡдим итте.