11 декабрь, Йәкшәмбе

19 сентябрь 2011 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов: «Биш йыл эсендә беҙ республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына тулыһынса ремонт эшләргә ниәтләйбеҙ»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан үҙенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына өс, күп тигәндә биш йыл эсендә тулыһынса ремонт эшләргә ниәтләй. Был хаҡта «Сочи-2011» X Халыҡ-ара инвестиция форумы барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған Башҡортостан, Сбербанк һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды араһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында өс яҡлы килешеү был ҡыҫҡа сроктарҙа ремонт үткәреү мөмкинлеген бирә.

— Торлаҡ-коммуналь фондына реконструкция үткәреү буйынса ҡуйылған бурысыбыҙ ғәйәт ҙур, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ул 25-30 миллиард һум самаһы аҡса талап итә. Республика бындай аҡсаларҙы бер юлы ғына бүлә алмай. Шуға күрә Сбербанктан кредит аласаҡбыҙ. Бының өсөн торлаҡҡа ремонт үткәреү өсөн йүнәлтелгән аҡсаларҙы ҡулланасаҡбыҙ. Был ресурстарға идара итеү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә компания-оператор булдырасаҡбыҙ. Фонд һәм Сбербанк менән бергә бындай эште башҡара алырбыҙ. Биш йыл эсендә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына тулыһынса ремонт эшләү беҙҙең бурыс булып тора.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостандың бындай һынау эшен башлаусы Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инеүен билдәләп үтте.