Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Шәкәр сөгөлдөрөнән алынған иң юғары уңыш – Шишмә районында

Иҡтисад

Шәкәр сөгөлдөрөнән иң юғары уңыш бөгөн Шишмә районында алына – гектарынан 298 центнер. Республика буйынса шәкәр сөгөлдөрөнән уртаса уңыш гектарынан 245 центнерҙы тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

«БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге» дәүләт учреждениеһының мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 16 сентябргә ҡарата шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән шөғөлләнгән 27 райондың һигеҙ район хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө йыйыла. Был культура плантацияларының дөйөм майҙаны республикала 64 мең гектарҙан аша. Ураҡ башланғандан алып татлы тамыраҙыҡтар 4013 га майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 6 процентты тәшкил итә, 98 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.

Әлшәй һәм Благовар райондары эшсәндәре майҙандарының яҡынса биштән бер өлөшөндә шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алған (21% һәм 22%). Тап ошо райондарҙа был техник культураға иң ҙур баҫыуҙар бүленгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть