Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мостай Кәрим исемендәге стипендияларҙы алыусылар билдәләнде

Йәмғиәт

2011-2012 уҡыу йылында Мостай Кәрим исемендәге стипендияларҙы Башҡорт дәүләт университеты студенттары аласаҡ. Зарина Бағышаева – башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дүртенсе курста, ә Римма Миңлеәхмәтова филология факультеты магистратураһының икенсе курсында уҡый.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Ул иң яҡшы филолог-студенттарға тапшырыла. Стипендиаттар асыҡ конкурс ярҙамында билдәләнә. Стипендияға уҡыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, әҙәбиәт өлкәһендә һәләттәрен күрһәткән, фәнни-тикшеренеү һәм йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнгән 3-5 курс студенттары дәғүә итә ала, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть