9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2011 йыл, 17:38

Берҙәм рәсәйлеләр биш проектҡа старт бирҙе

автор: Марина Шумилова, Тимур Рәхмәтуллин

16 сентябрҙә Нефтекамала берҙәм рәсәйлеләрҙең партия активы менән осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының биш яңы проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тип белдерҙе. Улар: «Уҡытыусы йорто», «Земство табибы», «Тигеҙ мөмкинлектәр», «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека» һәм «Юғары технологиялы операциялар».

Беренсе проект — «Уҡытыусы йорто» — республика мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Проект торлаҡ кооперативтары ағзалары булған уҡытыусылар тарафынан йорттар төҙөлөүҙе күҙ уңында тота. Уларға ер участкалары бүленәсәк. Был программа ярҙамында уҡытыусыларыбыҙ, ниһайәт, торлаҡ мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.

Илдә һәм республикала тормошҡа ашырыласаҡ берҙәм рәсәйлеләрҙең икенсе проекты «Земство табибы» тип атала. Ул ауыл ерендә медицина кадрҙары етешмәү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Уҡыу йортон яңы тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡан һәр йәш белгескә берәр миллион һум аҡса биреләсәк.  

Өсөнсө проект — «Тигеҙ мөмкинлектәр» — 2012 йылдың беренсе кварталы аҙағына тиклем барлыҡ мохтаждарҙың да техник реабилитация саралары менән тәьмин ителеү проблемаһын хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Һүҙ коляскалар, протездар һәм башҡа техник реабилитация сараларына мохтаж инвалидтар хаҡында бара.

Берҙәм рәсәйлеләрҙең киләһе проекты — «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека». Уның сиктәрендә бюджет өлкәһендә эшләүсе йәш ғаиләләр өсөн махсус ипотека программаһы булдырыласаҡ. Бындай ипотека ставкаһы 8,5 процент тәшкил итәсәк. «Уҡытыусы йорто» проекты менән бергә был проект халыҡтың мөһим мәсьәләләренең береһен хәл итергә ярҙам итәсәк.

Бөгөн Нефтекамала иғлан ителгән бишенсе проект «Юғары технологиялы операциялар» тип атала. Халыҡты юғары технологиялы хеҙмәттәр менән тәьмин итәсәк үҙәктәр эшен ойоштороу хаҡында һүҙ. Был операцияларға ҡағыла, уларға кешеләр йылдар буйына сиратта тора.