9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2011 йыл, 17:27

Рөстәм Хәмитов «Сочи-2011» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ"

16 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Сочи-2011» X халыҡ-ара инвестиция форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин үткәрҙе.

— Төбәктәрҙәге һәм урындағы властарҙың инвесторҙар йәлеп итеү, яңы заманса производстволар һәм эш урындары булдырыу буйынса эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге губернаторҙар эшмәкәрлеген баһалауҙың төп критерийы булырға тейеш, — тине Владимир Путин.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе йәнә төбәктәрҙәге эшҡыуарлыҡ климаты торошон туранан-тура дотациялар бүлеү менән бәйләү тураһында уйларға тәҡдим итте.  Владимир Путин инвестициялар йәлеп итеү буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән төбәктәрҙе дәртләндереү өсөн махсус фонд ойошторолоуы хаҡында иҫкәртте. Уның күләме — 10 млрд һум, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.