7 декабрь, Шаршамбы

16 сентябрь 2011 йыл, 17:13

Өфөлә өс айлыҡ баланы урлағандар

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә өс айлыҡ сабыйҙы урлағандар. Көндөҙгө берҙәр тирәһендә уны Гагарин урамы, 29 адресы буйынса урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазины янында ҡалдырылған колясканан урлағандар. Малай түшендә жираф һүрәте төшөрөлгән күк йәки зәңгәр төҫтәге комбинезон кейгән. Шаһиттар баланы урлаған кешене артынан ғына күргән. Уның яурынына төшөп торған ҡара сәстәре артҡа йыйылған. Ҡатын-ҡыҙ ҡара юбка йәки ҡара салбар, асыҡ төҫтәге кофта кейгән. Юғалған баланы полицейскийҙар эҙләй, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: балалар урлау