5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 16:41

Анна Лебедева: «Уҡытыусы йорто» һәм «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека» проекттары – уҡытыусылар өсөн ҙур ярҙам»

автор: Марина Шумилова

Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Әмзә ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы-2011» конкурсы лауреаты Анна Лебедева, «Берҙәм Рәсәй» партияһының мәғариф өлкәһендәге проекттары уҡытыусыларҙың социаль хәлен яҡшыртырға һәм белем биреүҙе яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Уҡытыусы йорто» һәм «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека» проекттары — уҡытыусы өсөн ҙур ярҙам, — тип билдәләне ул. – Мин ете йылдан ашыу ауыл мәктәбендә эшләйем һәм был проблеманың ни кимәлдә көнүҙәк булыуын яҡшы аңлайым. Бындай уңайлы шарттарҙа уҡытыусы өсөн үҙенә торлаҡ алыу бигерәк һәйбәт. Хәҙерге заман уҡытыусыһына эшләү өсөн мәктәптә генә түгел, өйөндә лә йыһазландырылған эш урыны булыуы зарур. Әгәр уҡытыусының һәр йәһәттән йылы йорто булһа, белем биреү ҙә юғарыраҡ кимәлгә күтәреләсәк.