8 декабрь, Кесе йома

16 сентябрь 2011 йыл, 15:17

БР Хөкүмәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды һәм «Сбербанк» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Хөкүмәте, Сбербанк һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  

Килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһы «Сочи-2011» X халыҡ-ара инвестиция форумы сиктәрендә үтте.

Документ республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу буйынса берлектәге программаларҙы һәм инвестицион проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға, был өлкәләге хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә һәм төбәктә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү системаларын булдырыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, документ Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы һәм коммуналь инфраструктура объекттарын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн банк финанслауын йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Сбербанк һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ошондай уҡ килешеүҙе бөгөн Краснодар крайы, Ярославль һәм Мурманск өлкәләре менән дә төҙөнө.